9 августа Сәйетбаба урта дөйөм белем
биреү мәктәбе янында «ЙӘЙЛӘҮ» көндөҙгө ял һәм һауыҡтырыу лагеры
эш башланы. «Йәйләү»ҙә 6 отряд: Әйле, Бөрйән, Табын, Мең, Юрматы, Тамъян «ырыуҙар»ы.
Барлыгы 150 бала йөрөй көн һайын.
Был профилле сменаның төп маҡсаттары – башҡорт халҡының мәҙәниәтен,
ауыҙ-тел ижадын, тарихын, йолаларын өйрәтеү; билдәле шәхестәр, яҙыусылар,
сәнғәт әһелдәре менән таныштырыу; халҡыбыҙҙың милли кейемдәре, кәсептәре,
аш-һыу серҙәренә төшөндөрөү; балаларҙың һәр яҡлап һәләтен асыу, үҫтереү.
Тәүге көндән үк лагерь бәләкәс дуҫтарыбыҙҙы үҙенең күңелле тормошо менән
дәртләндерҙе. Артабан да төрлө сараларҙа ҡатнашыусы балаларҙың шат тауышынан
мәктәбебеҙ гөрләп торорона һис тә шигебеҙ юҡ!